МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

"Әсәйҙәргә һөйөү мәңгелек”

Добавлено Дата:

Тиҙҙән доньялағы иң изге, иң күркәм, иң тылсымлы байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө етә. Ошо хөрмәттән район үҙәк китапханаһының уҡыу залында “Өсөнсө быуын Халыҡ университеты” талибәләре өсөн “Әсәйҙәргә һөйөү мәңгелек” тип аталған байрам кисәһе ойошторолдо. Кисәне әҙерләп алып барыусылар Әбсәләмова Ә.Т. менән Рамазанова Л. В. барлыҡ әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе ошондай күркәм, сағыу байрам менән ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәрен матур шиғыр юлдары аша еткерҙеләр. Китапханабыҙҙың иң кескәй дуҫтары - “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре байрамға сағыу биҙәк өҫтәп, матур йырҙар һәм бейеү бүләк иттеләр.

Мәҙәниәт йорто артистары Рәмил Әхмәтйәнов, Юлай Арсланбаев һәм Рушан Кадырбаев үҙҙәренең ҡотлау сәләмдәрен моңло йырҙары аша еткерҙеләр. Тимур Йәнсурин кисәбеҙҙе музыкаль яҡтан биҙәп байрамға йәм өҫтәне. Венер Килдейәров менән Рушан Кадырбаевтың думбра һәм ҡурайҙа уйнаған башҡорт көйҙәре барыһында дәртләндереп ебәрҙе. Сараның аҙағында әсәйҙәр, өләсәйҙәр үҙҙәре шиғырҙар һөйләп, көйҙәр көйләп ҡотлау сәләмдәрен еткерҙеләр. Әсәйҙәргә дан йырлаған байрам кисәһе “ Йәннәт әсәләрҙең аяҡ аҫтында”,- тигән, хаҡ һүҙҙәр менән күнелдәрҙә яҡты хәтирәләр ҡалдырып тамамланды. 
P.S. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете - әсә булыуҙа, балаларында. Ҡәҙерлеләребеҙҙең йөҙҙәренән шат йылмайыу китмәһен, балалары хаҡына өҙгөләнгән әсә йөрәге, тик ҡыуаныстан ғына типһен.

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.
Яндекс.Метрика