МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

“Әҙәплелек – күңел көҙгөһө”

Добавлено Дата:

Үҫеп килгән йәш быуында яҡшылыҡ, ололарға, ата-әсәләргә ихтирам, туғандарына хөрмәт, улар менән тығыҙ бәйләнеш тәрбиәләү бөгөнгө көндә актуаль мәсьәлә. Күренекле яҙыусы, ғалим Р.Фәхретдинов та был һүҙҙәрҙе дәлилләп: «Тәрбиә ғаиләнән башлана. Кешелә бөтәһе лә матур булырға тейеш. Шул матурлыҡтың иң ҙур күрһәткесе – ата - әсәләргә, туғандарға, яҡын ҡарындаштарға, өлкәндәргә, булған һөйөү һәм ихтирам», тип әйтеп ҡалдырған. 24 октябрь көнө, Иҫәнғол ауылы аграр колледжы студенттары өсөн “Әҙәплелек – күңел көҙгөһө” тип исемләнгән сара үткәрелде. Оло, бай, тормош юлы үткән ағинәйҙәр йәштәр менән әхләҡи тәрбиә тураһында әңгәмәләшеп, уларға фәһемле фекерҙәрен, изге теләктәрен еткерҙеләр.

Уҡыусылар көндәлек тормошта осрап торған әҙәп, әхләҡ, тәрбиә тураһында ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған бик күп тапҡыр, фәһемле әйтем-мәҡәлдәрҙе йыйнап, уларҙан һөйләмдәр төҙөп, белемдәрен барланылар. Китапханасы әҙерләгән тест һорауҙарына яуап биреп, улар үҙҙәренең тәрбиә кимәлен тикшереп ҡаранылар. 
“...Кешенең яҡшы күңеле изге нурҙар тыуҙыра. Был нурҙар күңел аша, кешенең ҡарашы аша тирә-йүнгә тарала. Тәбиғәттә булған бар нәмәне нурлай, матурлай. Ә күңеле һәйбәт кеше һәр гүзәллеккә һоҡлана, таң атыуын, эңергә шәфәҡ һыҙылыуын күҙәтә, шишмә тауышына ҡолаҡ һала...Һеҙҙең дә дуҫтар ошо күркәм ғәҙәттәргә, матур сифаттарға эйә булып, яҡшы күңелле, тәртипле, әҙәпле, һәйбәт кешеләр булыуығыҙҙы теләйем”, - тигән изге теләктәр менән тамамланды үҙенсәлекле сара.

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.
Яндекс.Метрика