МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

“Изгелеккә, матурлыҡҡа юл – әҙәбиәттән”

Добавлено Дата:

Күптәрҙеке менән бер иш юлым, 
Эҙләмәнең башҡа, яңыһын. 
Маҡсатым бер – кеше булып йәшәү, 
Ә маяғым – таҙа намыҫым, - тип яҙҙы үткән быуаттың 80-се йылдарында Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һ.Дәүләтшина һәм М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова. Быйыл шағирәбеҙ үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Үҙәк китапхананың уҡыу залында Иҫәнғол ауылының икенсе һанлы мәктәбенең етенсе синыф уыусылары өсөн ( етәкселәре Динара Маратовна) әҙибәнең матур ғүмер байрамына арналған “Изгелеккә, матурлыҡҡа юл – әҙәбиәттән” 
тип исемләнгән шиғриәт сәғәте булып үтте.

Шағирәнең сағыу тормошо, абруйлы, күркәм ғаиләһе, күп ҡырлы һәм күп яҡлы ижады менән яҡындан танышып презентация күрһәтелде, автор башҡарыуында “Йөрәк һүҙе” проектынан шиғырҙар тәҡдим ителде. Гөлфиә Юнысова – башҡорт балалар шиғриәтенең ғорурлығы. Уның матурлыҡ, яҡтылыҡ иленә саҡырып, балалар донъяһын, психологияһын нескә тойоп яҙған шиғырҙары – башҡорт балалар шиғриәтенең өлгөһө ул. Халыҡ шағирының йәш быуын өсөн тәғәйенләнгән фәһемле шиғырҙарын уҡыусылар ҙур ихласлыҡ менән уҡынылар. Шағирәнең “Һайланма әҫәрҙәр” китабының 2-се томына индерелгән, беҙҙең тел байлығы ла, быуындар бәйләнеше лә, хатта милли үҙенсәлегебеҙҙең бер күренеше булған “Ҡәрҙәшлек атамалары” менән танышып, уҡыусылар Туғанлыҡ атамалары тураһында белемдәрен киңәйттеләр. Гөлфиә Юнысова — 35 китап авторы, уның шиғырҙары 25 телгә тәржемә ителгән, ә инде халыҡсан, моңло, әһаңле йырҙары халыҡ күңелендә үҙ урынын тапты. Шиғырҙары, мәҡәләләре менән генә түгел, үҙенең булмышы, йылмайыуы менән тирә-яҡҡа йәм, ҡот һәм гүзәллек өләшеүсе, олоһона ла, кесеһенә лә ярҙамсыл һәм иғтибарлы, күңелендә тик йылы хистәр генә йөрөтөүсе шағирә, бөгөн ул беҙҙе тағы ла үҙенең яңы, матур шиғырҙары менән һөйөндөрөр әле.

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.
Яндекс.Метрика