МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Новости библиотеки

  • Главная
    Главная Страница отображения всех блогов сайта
  • Категории
    Категории Страница отображения списка категорий системы блогов сайта.
  • Теги
    Теги Отображает список тегов, которые были использованы в блоге
  • Блоггеры
    Блоггеры Список лучших блоггеров сайта.
  • Блоги групп
    Блоги групп Страница списка лучших командных блогов.
  • Авторизация
    Войти Login form

Иң китап һөйөүсе ғаилә

Добавлено Дата:

15 май – Халыҡ-ара ғаилә көнө булараҡ, 1993 йылдан алып бөтә доньяла төрлө мәҙәни саралар менән билдәләнә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы байрамды йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында булдырған. Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлолоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә – ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәктер был тормошта. Татыу, дуҫ ғаиләләрҙә ихтирам, иғтибар, бер-берең өсөн өҙөлөп тороу, яуаплылыҡ тойғолары көслө. Матур ғаилә – һәр кем өсөн бәхет билдәһе, кеше тормошоноң таянысы. «Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була», «Татыу ғаилә – ил күрке», «Ғаилә бәхете – ил бәхете», тиҙәр халыҡта. 

15 май китапханабыҙҙың яҡын дуҫтары булған, йәмғиәтебеҙҙең лайыҡлы, күркәм, татыу ғаиләләре менән «Иң китап һөйөүсе ғаилә» тип исемләнгән үҙенсәлекле кисә булып үтте. Сараға, «Ғаиләгә социаль ярҙам күрһәтеү» үҙәгенән Хасанова Лариса Ирек ҡыҙы, Күҙәшевтар, Ҡылысбаевтар, Дәүләтбаевтар, Ямғуровтар, Хазибековтар, Шахмөхәмәтовтар ғаиләләре саҡырылғайны. Һәр ғаилә үҙҙәре менән яҡындан таныштырып, яратҡан шөғөлдәре, ниндәй сифаттарға өҫтөнлөк биреүҙәре, балаларының уңыштары тураһында һөйләп үттеләр. Халҡыбыҙҙа «Матур ғаилә – ил күрке» тигән мәҡәл бар. Шул ма¬тур ғаиләләрҙең нигеҙ ташы – өләсәйҙәр. Улар беҙҙең тормоштоң йәме, иң аҡыллы, иң һәйбәт кешеләр. Өләсәйҙәр – тормош йәме, донъя тотҡаһы. Бай тормош юлы үткән өлөсөйҙәр: Хабибуллина Сафия Ғибәҙулла ҡыҙы һәм Куликова Айһылыу Юныс ҡыҙы барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ошо күркәм сара менән ҡотлап, Сафия апай «Үҫәргән» мәсете ағинәйе булараҡ, нәсихәт көйләп иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Артабан сарала ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙың «Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе», тигән аҡыллы әйтеменә таянып, тәрбиә барышында айырыуса йыш ҡулланылған ата-әсә, ғаилә мөнәсәбәттәре тураһындағы мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөп, үҙҙәрен аҡыллы, зиһенле икәндәрен күрһәтеп, әҙәби викториналарҙа, әкиәттәрҙә белемдәрен барлап, интеллектуаль һорауҙарға тапҡыр яуаптар биреп, уҡымышлы ғаилә булыуҙарын иҫбатланылар. «Беҙ ижади ғаилә», «Йырлап асыла күңел» бәйгеләрендә моңло, күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр, хисле шиғырҙар күңелдәрҙе күтәреп, байрамды тағы ла сағыуыраҡ итеп, милләтебеҙҙең аҫыл нигеҙе булған ғаиләләребеҙҙең ни тиклем рухлы, һәләтле, ижади булыуҙарын күрһәтте. Мөхәббәткә сорналған татыу һәм уңышлы, дәртле, дарманлы, сая булыуҙа ла бәхет осҡоно сағыла. Тап ошондай күркәм ғаиләләр доньяны йәмләй, нурлай һәм мөхәббәткә ышаныс уята. Күңелле уйындар, етеҙлеккә ҡоролған ярыштарҙа ла һәр кем ихлас ҡатнашты. «Беҙҙең ғаилә ағасы» бәйгеһе, һәр ғаилә үҙенең ете быуын нәҫелен өйрәнергә, белергә тейеш, тигән маҡсатта үткәрелде. Үҫеп килгән йәш быуында яҡшылыҡ, ололарға, ата-әсәләргә ихтирам, туғандарына хөрмәт, улар менән тығыҙ бәйләнеш тәрбиәләү бөгөнгө көндә актуаль мәсьәлә. Күренекле яҙыусы, ғалим Р.Фәхретдинов та был һүҙҙәрҙе дәлилләп: «Тәрбиә ғаиләнән башлана. Кешелә бөтәһе лә матур булырға тейеш. Шул матурлыҡтың иң ҙур күрһәткесе – ата-әсәләргә, туғандарға, яҡын ҡарындаштарға, өлкәндәргә, булған һөйөү һәм ихтирам», тип әйтеп ҡалдырған. Тап ошо сифаттар аша ғаилә мөнәсәбәттәре нығына, ә улар ныҡлы булһа, балалар ҙа үҙҙәрен ышаныслы, бәхетле тоя. 
Ғаилә ҡиммәттәрен данлауға арналған, күңел күтәренкелеге, рух ныҡлығы менән һуғарылған байрамда һәр ғаилә төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, Диплом менән бүләкләнде. Байрам тәмле сәй табыны менән тамамланды.

Редактировалось Дата:
Комментарии не доступны для неавторизованных пользователей. Пожалуйста, авторизуйтесь вначале , чтобы прочесть/добавить комментарии.
Яндекс.Метрика