МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

yakupovӘмир Яҡупов 1953 йылда Ейәнсура районының Ибрай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Иҫәнғолда урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. 1975 йылда филология факультетын тамамлап, тыуған районына ҡайта. Тәүҙә Сиреғол урта мәктәбендә – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, унан директор урынбаҫары булып эшләй. Һуңынан Самаҙы тулы булмаған урта мәктәбенә директор итеп күсерелә.
1978 йылда Ейәнсура район газетаһына («Октябрь байрағы») эшкә алына һәм 1987 йылға саҡлы хәбәрсенән алып мөхәррир урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлын үтә.
Ошо йылдарҙа ул Алыҫ Көнсығышта Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итергә лә, ситтән тороп Урал дәүләт университетының журналистика факультетын тамамларға ла өлгөрә.
1987-1990 йй. – Ғафури районы газетаһында («Йондоҙ») мөхәррир булып эшләй. РСФСР Компартияһының Башҡортостан рескомы матбуғат һәм телевидение секторына инструктор итеп саҡырыла.
Хәҙер ул Башҡортостан Республикаһы Верховный Советы Президиумының матбуғат хеҙмәтендә яуаплы эштәр башҡара.

Уның тураһында:

1. М. Сәлимов. Таныш булығыҙ: Әмир Яҡупов. [Текст] // Башҡортостан, 1992 йыл – 19 март.

Яндекс.Метрика