МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Мәһәҙиев Басир Даут улы 1933 йылдың 15 февралендә Ейәнсура районы Абзан ауылында тыуа, бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә. Абзан урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлағандан һуң, 1951 – 1956 йылдарҙа М.И Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металл һәм алтын институтының геологик эҙләнеү факультетында «Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эҙләү» специальносы буйынса уҡып, күңеленә ятҡан һөнәр алып сыға.
1978 – 1992 йылдарҙа СССР Геология министрлығының Башҡорт геология идаралығы баш геологы вазифаһын башҡарған осорҙа бер төркөм Башҡортостан геологтары бик тәрәндә, ер өҫтөндә бер ниндәй билдәһе булмаған алтынды, баҡыр-цинк ятҡылыҡтарын эҙләү методикаһын булдыра.
1992 – 1997 йылдарҙа БР Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһы йөкмәтелә.
СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.

Уның тураһында:

1. К. Яйыҡбаев. Күп эштәргә маһир ағайым. [Текст] // Йәшлек,№ 18 – 2003 й.
2. С. Ғәлин. Тыуған тупраҡ йылыһы. [Текст] // Башҡортостан.
3. И. Махмутов. Держись,геолог! [Текст] // Известия Башкортостана, № 203 – 1993 г.
4. Ғабдрахманова М. Аҫылташтар серен аҫыл ирҙәр белер. // Башҡортостан. – 2013. – 20 февраль. – 3-сө бит.

Литература:

1. Б. Мәһәҙиев. Геолог яҙмаларынан. [Текст] // Башҡортостан- Йома, №66.

Яндекс.Метрика