МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

Сулпан Хәйрулла улы Тайсин 1941 йылдың 14 апрелендә Ейәнсура районының Сирғол ауылында донъяға килә. Сулпанды өләсәһе тәрбиәләп үҫтерә. Ете йәштә уҡырға бара. Артабан белемен ул Ибрай ете йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. Өләсәһенең үлеме уның уҡыуын өҙөп ҡуя. Йәшәү сығанағын үҙ көсө менән табырға тырыша егет, ауыл малын көтөргә яллана. Ләкин уға урта белем алыу теләге тынғы бирмәй. 20 йәшлек егет һигеҙенсе синыфҡа уҡырға килә.
Артабан урта мәктәптең киске бүлегендә уҡып аттестат алыу, «Йылайыр» совхоз-техникумын тамамлау ҙа Сулпандың маҡсатҡа ынтылышы тураһында һөйләй.
Һөнәрҙәр ҙә алмашына тора, тик сәхнәгә булған һөйөү, артист тормошо ғына үҙгәрешһеҙ ҡала: сәхнәлә әле йырсы, әле ҡурайсы, әле драма актеры булып сығыш яһауын дауам итә. Үҙен оҫта режиссер итеп тә танытты.
Бөгөн ул ауыл йәштәре менән Т.Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар!» драмаһын сәхнәләштереп, йәштәрҙе сәхнәгә йәлеп итеп, таланттар үҫтереү өҫтөндә эшләй. Киләсәккә маҡсаты – матур коллектив тәрбиәләп, «халыҡ театры» исемен алыу.

Яндекс.Метрика