МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

bikbaevaЙәмилә Ейәнсура Районының Байдәүләт ауылында донъяға килә, һәм бала сағы шунда үтә. Дәртле йөрәкле ҡыҙыҡай мәктәп менән Сибай ҡалаһының «Гөлдәр» ансамбле араһында йөрөп үҫә. Фәйзи Ғәсҡәров ансамбленә бик тәжрибәле бейеүсе булып килә: ике йыл Сибай дәүләт филармонияһының бейеү ансамблендә эшләргә, Сибай педагогия колледжын тамамларға, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтында ситтән тороп уҡырға өлгөрә.

 

Яндекс.Метрика