МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛБАНЫУ ИСМӘҒИЛЕВА

Берәүҙәргә ,бәлки, балдай татлымындыр.

Бәғзеләргә саҡматаштай ҡатымындыр.

Сабып килгән ярhыу атты туҡтатырҙай,

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатынмындыр...

Сит-яттарға, бәлки, боҙҙай hалҡынмындыр,

Һөйгәнемдең ҡосағында ялҡынмындыр.

Сабыйҙарыма ғумер буләк иткән өсөн,

Иң ҙур һөйөүгә, бәлки, хаҡлымындыр.

Күп осраҡта, үтә лә бер ҡатлымындыр.

hәр ваҡытта тик дөрөҫлөк яҡлымындыр.

Уйландырып, мәңге бошмаҫ күңелдәрҙә

Ҙур бер усак тоҡандырыр сатҡымындыр!

Был донъяға мөхәббәттән хасилмындыр,

Кемгә – баҡыр, кемгә, бәлки, алтынмындыр.

Күп осраҡта ирҙәр кеүек ныҡ булhам да,

Наҙлы гөлдәй нәзәкәтле ҡатынмындыр.

Йәнем, тиеп табыныуға хаҡлымындыр...

Яндекс.Метрика