МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

БИКТИМЕР ХӘМИҘУЛЛИН

Көтөүсе йыры

Йәйләүҙәрҙә, көтөүҙәрҙә

Самаҙы буйҙарында

Үҙәк эсе тар ерҙә

Ыҙа сиккән бар ине

Төнгөлөккә көтөү көткәндә.

Йәшен йәшнәй, ямғыр яуа

Беҙ Олотау башында

Сәғәт биш тулып үтте

Йөрөр ваҡыт етте

Дояркалар килер һауынға.

Был малдарға ниҙәр булған?

Улай ҙа былай елә,

Сыбыртҡыһын шартлатып,

Менгән атын арытып

Беҙҙең Хөбитдин ағай килә.

«Бөйрәкәй юҡ, Бөҙрәкәй юҡ,» – тип,

Дояркалар ҡысҡыра.

Күп эҙләнек – таба алманыҡ,

Асыҡтырҙы, хәлдән тайҙыҡ,

Теҙ быуындар тора ҡалтырап.

Хәсән түрә килеп еткән,

Күп торманы аптырап,

Биш һыйырың ашлыҡта,

Ағай-эне, шатлыҡтан

Түләгеҙ, ти, 10 һум штраф.

Яндекс.Метрика