МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ДИНИСЛАМ БАЙГИЛДИН

Илем өсөн

Илем өсөн тыныс тормош бөттө –

Ир-егеттәр китте һуғышҡа.

Ауылдарҙа ҡарт-ҡоролар менән

Бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ҡалды.

Илем өсөн бөтөн нимә кәрәк:

Икмәк, кейем-һалым, ҡоралдар.

Аҙыҡ-түлектәрҙе ауыл бирһә,

Ҡоралдарҙы бирҙе ҡалалар.

«Илем өсөн!» тиеп, буш ятманы,

Бала-саға эшкә егелде.

Ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә, көн-төн тимәй,

Ерен һөрҙө, сәсте игенде.

Кем татыған – шулар ғына белә

Ул йылдарҙың ғазап-ыҙаһын.

Ауыр һынау булды бит ул һуғыш

Ниҙәр генә инде ҡылаһың...

Илем өсөн түккән хәләл көсөм

Булды килер яҡты көн өсөн.

Фашист дошмандарҙы еңеү өсөн.

Ҡәһәр һуҡһын инде ул һуғышты

Тартып алды йәшлек йылдарын.

Иҫтән сыҡмай һис тә онотмайым

«Катюша»ҡай тигән йырҙарын.

Яндекс.Метрика