МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

НӘЙЛӘ ЙӘНТИЛИНА

Әселе буйҙары бик йәмле,

Һыуҙары ла бик тәмле.

Бейек-бейек тауҙары ла,

Урманы ла күркәле.

Шул бейек тау итәгендә

Ҡыҙарып еләк бешә.

Рәхәтлек күрмәй үҫһәм дә,

Бала саҡ иҫкә төшә.

Әселе буйы бигерәк йәмле.

Муйыл сәскә атҡанда,

Кәкүк саҡыра, ҡоштар һайрай

Һыҙылып таңдар атҡанда.

Эй, Әселе буйҙары,

Бигерәк йәмле ҡырҙары.

Сәскәнән дә һылыуыраҡ

Әлебайҙың ҡыҙҙары.

Яндекс.Метрика