МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛФИӘ СОЛТАНҒУЖИНА

Гөлфиә Солтанғужина (Ишмөхәмәтова) 1979 йылда Әлебай ауылында тыуған. Ситтән тороп Өфө китапхана техникумын тамамлаған. Этҡол (Юлдаш) ауылында йәшәй, китапханасы булып эшләй. Иптәше менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Мәктәп йылдарынан уҡ шиғырҙар яҙа.

Серле әҙәбиәт донъяһы

Күптәребеҙ һиңә генә бара

Асып һала күңел хистәрен.

Кисерешен аҡ ҡағыҙға теркәй

Онотолоп көн-төн кистәрен.

Илһам ала һинән күптәребеҙ

Ышаныс, өмөт бирәһең.

Тартылабыҙ һиңә генә гелән,

Мөғжизәле көс бар, күрәһең.

Һинең менән ерҙә һин үҙеңде

Яңғыҙ түгеллекте тояһың.

Күпме хаҡлыҡ, күпме аҡыл һиндә,

Серле әҙәбиәт донъяһы.

 

 Бала сағым

Ялан аяҡ һыу буйына төштөм –

Һағындырған икән баласаҡ.

Әсәм булған үткән ғүмеремә

Ҡайтып булһа икән ҡайһы саҡ.

Иҫкә төшә йәмле һыу буйҙары

Ҡом балсыҡтан тәтәй уйнауҙар.

Бер-береңә юҡҡа үпкәләшеп

Һыҡтай-һыҡтай түгелеп илауҙар.

Илауҙар ҙа булды, тик шулай ҙа

Шат ауаздар күберәк булғандыр.

Төрлө яҡта хәҙер беҙ үҙебеҙ,

Ахырыһы шулай яҙғандыр.

Ҡосағыма алам ерек дуҫты.

Алҡалары биттән иркәләй,

Әйтерһең дә улар һорай кеүек

Дуҫ ҡыҙҙарың ҡайҙа, ник килмәй?

Килер әле улар, тик һин йәнә

Уларҙы шулай иҫәнлә.

Баласағым хәтирәһе булып

Һин ҡалырһың мәңге иҫемдә.

Ә хәҙергә һау булып тор, дуҫҡай,

Юлды кәрәк дауам итергә.

Моңһоуланма, ни эшләргә инде

Минең дә бит килмәй китәһе.

Бик тын ғына ҡалды һыу буйҙары,

Тик тирәктәр бер аҙ шаулашты.

Әйтерһең дә улар минең менән

Бына шулай итеп хушлашты.

Онотолор тиеп уйламағыҙ,

Хәтерләйбеҙ һеҙҙе йыш ҡына.

Осоп ҡына ҡайтып китер инем

Иңебеҙҙә ҡанат юҡ ҡына!

Яндекс.Метрика