МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

АСИЯ БИКБОВА

Асия Сәлимгәрәй ҡыҙы Бикбова 1936 йылдың 25 мартында Әбүләис ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Хеҙмәт юлын Абзанда физика-математика уҡытыусыһы булып башлай. 1968 йылда ғаилә Баймаҡ районына күсә һәм  40 йылға яҡын Темәс мәктәбендә белем бирә. З ул һәм З ҡыҙ үҫтерәләр. Асия апай райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Ижады:

1. Бикбова,А. Тал тирбәтеп һайрар һандуғасмын...:Шиғырҙар./ Бикбова-Баймаҡ: Башҡортостан Республикаһының "Һаҡмар" редакция-нәшриәт комплексы,2013.- 87 бит.

Асия Бикбова тураһында:

1. Ишбаева,Л. Тал тирбәтеп һайрар һандуғасыбыҙ ул./Л.Ишбаева.// Йәшлек.- 2013.- №5.- 14б.

Телем

Әсәм теле − минең халҡым теле,

Телһеҙ башҡорт зәғиф ҡош кеүек.

Үҙ телемдә йырым, зарым, моңом,

Сит телемдә донъя буш кеүек!

Үҙ телемдә ҡайғым, һағышым да,

Үҙ телемдә йәнем, һауында.

Тал тибрәтеп һайрар һандуғасмын,

Сал бөркөтмөн Урал тауында...

Илем, телем, ғәзиз тыуған ерем,

Һиндә генә оло шатлығым!..

Әсә теле менән яңғыратып,

Йыр йырларға һиндә хаҡлымын!

Яндекс.Метрика