МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ЗӨЛФИӘ ФӘЙРУШИНА

Эй, Хоҙайым, һиңә рәхмәтлемен,

Мин ризамын, риза тағы ла.

Иртән торһам, шул рәхәтлектән

Йөрәгемдән йыр-моң ағыла.

Ауырлыҡтар килде, ярҙам иттең,

Һин өндәнең сабыр булырға.

Һин өйрәттең мине доға ҡылып,

Булғанына шөкөр ҡылырға.

Илдәр тыныс булһын, күктәр аяҙ,

Хоҙай аралаһын ҡайғынан.

Аллам, һиңә тағы табынамын.

Күҙ йәштәре аға тамсылап.

Яндекс.Метрика