МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

НУРГИЗ БАЙБУЛАТОВ

Тәүге уҡытыусыма

Матур кейемдәр кейеп,

Эре аҙымдар менән

Көн дә иртән ҡанатланып

Мәктәбем һиңә киләм.

Унда беҙҙе уҡытыусыбыҙ

Йылмайып, шат ҡаршылай

Көн дә белем арттырабыҙ

Бөгөн яҙҙыҡ һүҙ «апай».

Бөтә көсөн, тырышлығын

Йәлләмәй беҙгә һала.

Уҡыған кеше генә

Тормошта үҙен таба.

Һин өйрәттең яҡшылыҡҡа

Булдың сабыр, түҙем дә,

Яҡшы уҡыусылар булып

Ҡалһаҡ ине күңелеңдә.

Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!

Ғилем тауҙары тайғаҡ,

Һин өйрәткәнсә йәшәп

Элербеҙ унда байраҡ.

Уҡытыусыма көн дә, көн дә

Әйтәйем йылы һүҙҙәр

Күңелле булыр уға ла

Күреүе көләс йөҙҙәр.

Күңеле таҙа, йөҙө яҡты

Ғорур баҫып ныҡ атлай.

«Был кем?», – тиеп һораһағыҙ

Әйтәм: «Илсиә апай»!

Яндекс.Метрика