МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ДИАНА ШӘҺИВӘЛИЕВА

Шомло ҡап-ҡараңғы

Буранлы төн...

Туҡ-туҡ рельстар

Поезд тауышы...

Әсәйҙе йоҡонан уятты

Улын һуғышҡа оҙатҡан

Көндө иҫләп.

Йөрәккәйен һыҡтап илатты.

«Афған ерендәге ҡәрҙәштәргә

Әсәй, кәрәк минең дә ярҙам

Иламасы бушҡа, туҡта –

Ҡайтырмын... Көт», -

Тиеп ғорур атлап,

Киткәйне бит улы хеҙмәткә.

Әсә көттө –

Бер йыл, икенсе йыл, өсөнсө...

Бына шулай сирек быуат үтте

«Улым бөгөн ҡайтыр», -

Тәҙрәгә күҙен төбәп, өмөт итте.

Шомло ҡап-ҡараңғы

Буранлы төн...

Туҡ-туҡ рельстар

Поезд тауышы...

Ҡасандыр бит әсәй

Ошо вагондарҙа Һыҡтай-һыҡтай

Улын оҙатты...

Бөгөн килеп

Шул уҡ буш вагондар

Ҡайтмай улың, тиеп илатты

Шомло ҡап-ҡараңғы

Буранлы төн...

Яндекс.Метрика