МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ВЕНЕРА БИКБОВА

Венера Бикбова (1980 т.й.) – Ғәббәс ауылы ҡыҙы. Сәғит ауылында йәшәй,  5 бала әсәһе. "Көнбикә" фольклор ансамбле ағзаһы. 

Ап-аҡ ҡара

Күргәнем бар минең был донъяла,

Аҡ ҡағыҙға ҡара яҙғанын.

Күргәнем юҡ әммә аҡ ҡағыҙҙан

Шул ҡараны юйып булғанын.

Күргәнем бар минең әҙәмдәрҙең

Аҡҡош ҡошҡа төбәп атҡанын.

Күргәнем юҡ әммә шул кешене

Кем дә булһа тыйып әйткәнен.

Күргәнем бар минең ап-аҡ ҡарҙың

Ҡара ерҙе ҡаплап ятҡанын.

Күргәнем бар тағы шул ҡарҙарҙың

Ҡара ергә һеңеп киткәнен.

Ҡара менән аҡты һәр ваҡытта

Сағыштырып була самаһыҙ.

Ап-аҡ булһа ине был донъялар,

Тик ҡараһыҙ булмай, ҡарағыҙ!

Яндекс.Метрика