МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ФӘРИҘӘ БИКБОВА

Ожмах еҫе

Йәшлегемде үтеп, оло йәшкә күскәс,

Тағы яҙҙы бәхет татырға.

Онотолоп бөткәс ауаз һалып,

Сабыйғынам килде донъяға.

Остоҡ ҡына йән эйәһе ята.

Үткәндәрҙе иҫкә төшөрәм.

Ауырлыҡтар артта ҡалды инде,

Камил итеп инде үҫтерһәм.

Ожмах еҫе тиҙәр бәпес еҫен,

Бәпесемдең еҫенә иҫерәм.

Иркәләнеп күҙҙәремә баға,

Күкрәгемдән һөтөм имеҙһәм.

Уймаҡ ҡына ирендәре менән

Йылмайған да була төшөндә.

Ошо хазинама һөйөнөстән

Йәштәр аға минең битемдән.

Дүртәү генә ошо кисерештәр

Әйләнәм дә артҡа үкенәм.

Ғүмеремдә ошо ләззәттәрҙе

Тойманым һуң ниңә күберәк?

Яндекс.Метрика