МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ХӘҘИСӘ ҠЫУАТОВА

Ҡыуатова Хәҙисә Аллабирҙе ҡыҙы 1953 йылда Үрге Мәмбәтша ауылында тыуа. Элмәле ауылы килене. Әлеге ваҡытта Сәғит ауылында йәшәй, ауылдың ағинәйе, 8 ейән-ейәнсәре бар. Шиғырҙарында иман, әхлаҡ темалары өҫтөнлөк итә.

Иң бөйөгө Раббым Алла,

Иң ҡәҙерлеһе – әсәй.

Ауырлыҡты йырып сыҡты,

Фатиха бирҙе ҡәрсәй.

Теләгәнең иман булһа,

Һайлаған юлың – ислам.

Шуның өсөн Раббым Алла

Өҫтәйҙер һиңә илһам.

Телеңдә Ҡөръән сүрәһе,

Тәсбих һинең ҡулыңда.

Биш ваҡыт намаҙ уҡыйһың,

Тик изгелек уйыңда.

Бер ҙә аптырап торманың,

Атты ектең, туғарҙың.

Сөгөлдөрөн дә утаның,

Мейесен дә сығарҙың.

Бар эшкә лә нисек кенә

Өлгөрә алдың икән?

Тәң(е)ребеҙ күреп торғас,

Көс-ҡеүәт һалды микән?

Һигеҙ бала үҫтереүе

Еңелдән булмағандыр.

Иртә тороп, һуң ятҡас,

Йоҡоң да туймағандыр.

Тәрбиәләнең, үҫтерҙең,

Бирҙең һин бөтә көсөң.

Биш ҡыҙың һәм уландарың

Өҙөлә һинең өсөн.

Шул улдарҙан һәм ҡыҙҙарҙан

Хөрмәт күр, әйҙә, хәҙер.

Һеҙгә барам тип әйт кенә,

Торабыҙ һәр саҡ әҙер.

Яндекс.Метрика