МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ЗИФА ИШМЫРҘИНА

Зифа Зиннәт ҡыҙы Ишмырҙина (Йәнбулатова) 1975 йылдың 4 ғинуарында Аҡдәүләт ауылында, ғаиләлә алты малай араһында иң кинйә бала булып донъяға тыуған. Иҙәш ауылында китапханасы булып эшләй.

Уңыштары: «Йәшлек» гәзитенең «Мәҙәк хәлдәр» конкурсында - 2 урын (2013), «Художественное слово» район конкурсында - 3 урын (2011), Ғилман Ишкинин исемендәге премия лауераты (2010), «Ейәнсура таңдары» гәзите ойошторған «Мостай минең тормошомда» конкурсында -1 урын (2014), «Иң яҡшы сценарий» район конкурсында - 2 урын, «Сулпылар» республика бәйгеһендә «Иң әүҙем ата-әсә» исемле рәхмәт хаты, Әҙәбиәт йылына арналған "Әҙәби балҡыш" район конкурсы лауреаты.

Хикәйәләре, нәҫерҙәре район гәзитендә даими баҫылып тора. «Бер ус тары ярмаһы» исемле хикәйәләр йыйынтығы авторы.

Яндекс.Метрика