МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ЗӘЙТҮНӘ ТҮЛӘБАЕВА

Түләбаева (Ҡарабашева) Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы  1964 йылда Байыш ауылында тыуған. Үрген ауылына килен булып төшкән. Дүрт бала әсәһе, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Күңел кисерештәрен, һағыштарын, шатлыҡтарын шиғыр юлдарына һала. 

Ижады:

1. Ҡарабашева З. Ғашиҡтар төнө //Йәшлек.-2014.- №39.- Б.17.

2. Ҡарабашева З. Гөрләүектәр ярһып-ярһып ағып// Ейәнсура таңдары.- 2014.- №59.-Б.2. 

3. Ҡарабашева З.  Һалдат итеге//Ейәнсура таңдары.- 2014.-№52.- Б.3.

4. Ҡарабашева З. Ҡар буранлы, ҡаты һалҡындарҙа// Ейәнсура таңдары.- 2015.- №1.-Б.3.

 

Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең оноторға

Ҡайтмай ҡалған һәр бер һалдатты.

Һеҙһеҙ генә күпме йылдар үтте,

Һеҙһеҙ генә күпме таң атты.

Тыныс тормош өсөн йәнен биргән

Һалдаттарҙың рухы алдында

Баш эйәйек. Онотмайыҡ берүк,

Ҡайтмай ҡалған һалдат хаҡында!

Яндекс.Метрика