МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

СӘЛИХ ВАҺАПОВ

1955 йылда Байыш ауылында тыуған. 1993 йылда «Бүре күҙҙәре» исемле китабы баҫылып сыҡты. «Ейәнсура таңдары» гәзитендә баҫылып торған сатирик хикәйәләре тиҙ арала уҡыусыларҙың күңелен яулап өлгөрҙө.

 

Бармы ул мөхәббәт?

Бармы ул мөхәббәт? Елдәй елеп

Мөхәббәт, йыһандан килгәнме?

Һәм дә яҙғы бер сыйырсыҡ булып

Кеше күңеленә ингәнме?

Ярһыу толпар булып йәшлегемә

Өлгөрәйем мин, тип сапҡанмы?

Яҙҙың һоҡланғыс бер иртәһендә

Һөйөү мине эҙләп тапҡанмы?

Бармы ул мөхәббәт? Ярһыу толпар

Менән йәшлегемә сапҡанмы?

Күңелен тынысландырыу өсөн

Кеше үҙе уйлап тапҡанмы?

Бармы ул мөхәббәт? Һинһеҙ, иркәм,

Йәшәй алмаһам мин донъяла.

Бына шул булалыр мөхәббәтем –

Бәхетле, бәхетһеҙ булһа ла.

Яндекс.Метрика