МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

БАЙГИЛДЕ ЯНБУЛАТОВ

Байгилде Йәнтүрә улы Янбулатов 1937 йылда Аҡдәүләт ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡалып, төрлө балалар йортонда үҫә. Өфөләге мәктәп-интернатта,БДУ-ла уҡый. Мораҡта уҡытыусы булып, район гәзитендә лә эшләй.Учалы район гәзитендә 32 йыл яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Тәүге шиғырҙары һәм хикәйәләре 60-сы йылдар башында баҫыла башлай. «Көҙгө ташҡын», «Тыуған яҡта», «Күңел-даръя», «Йырғанаҡ, «Килде заман» китаптары авторы.Ҡурай, мандолинала оҫта уйнай.

 

Тыуған ауылым Аҡдәүләт

Ауылым минең тауҙар араһында,

Ҙур ҙа түгел үҙе – кескенә.

Ҡайтһаң – унан сығып китеп булмай,

Китһәң – ҡайтып булмай һис кенә.

Ней автобус, ней машина йөрөмәй,

Йәйәү килеп, йәйәү китәһең.

Ямғыр яуһа, тымғанын көтәһең,

Төпкөлдә бит, - нихәл итәһең.

Ыҙа сигеп шунда бала сағым

Бер телем икмәккә тилмергән.

Ә барыбер тарта тыуған яҡтар,

Күңелемдән сыҡмай ул бер ҙә.

Ҡайҙа ғына яҙмыш ташлаһа ла,

Онота алмам уны ғүмергә.

Зыяратын да ожмах һанар инем,

Насип итһә ҡайтып үлергә.

Яндекс.Метрика