МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

РӘФИС ҠУЙБАҒАРОВ

Ҡуйбағаров Рәфис Ихсан улы 1997 йылдың 9 апрелендә Ейәнсура районы Мәзит ауылында тыуған. Башланғыс белемде Мәзит мәктәбендә ала. Икенсе синыфта уҡығанда уҡ шиғыр яҙа башлай. Мәзит башланғыс мәктәбен тик «5»гә тамамлап, Ейәнсура башҡорт гимназияһына уҡырға килә. Унда ул «Ҡош юлы» әҙәби түңәрәге мөхәррире була. 2009-сы йылда һүрәт төшөрөү буйынса Башҡортостанда 2-се, Рәсәйҙә 3-сө урын ала. 7-9 синыфтарҙы Күмертау Республика политехник лицей – интернатында уҡый. 2010-сы һәм 2012-се йылдарҙа фәнни – ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, өсөнсө урын яулай. 8-10 синыфтарҙа башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, 1-се, 2-се урындарҙы ала. Рәфис 10-сы синыфта уҡып йөрөгәнендә «Йөрәгемдә – ауылым» исемле фильм төшөрөп, тамашасы хөкөмөнә сығара. Ул 2014-се йылда I «Аҡбуҙат» балалар һәм үҫмерҙәр фильмдары фестивален , ә 2015-се йылда II Республика балалар һәм үҫмерҙәрҙең «Толпар» теле – кинофестивален ойоштора. Рәфис 2015 йылда «Аманат» журналы ойошторған «Башҡортостан беҙҙән башлана» шиғриәт бәйгеһендә еңеүсе була һәм журналдың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Хәҙерге көндә Рәфис Ҡуйбағаров БДУ- ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөй. «Башҡортостан» ДУП ТРК -да корреспондент – журналист, «Ейәнсура таңдары» гәзите һәм «Аманат» журналының йәш хәбәрсеһе. Рәфис Стәрлетамаҡтағы «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә. Уның яңыраҡ «Кеше, уян!» исемле китабы баҫылып сыҡты.

Уның тураһында:

1. Байназарова, Г. Йәш режиссер [Текст]/Г.Байназарова//Аманат.- 2013.-№10,- Б.19.

2. Мөхәрририәт.Беҙҙең йәш хәбәрсе бит ул ! [Текст] Мөхәрририәт//Аманат.- 2014.-№4,- Б.1.

3. Мөхәрририәт.Һай,афарин! Еңеүселәребеҙҙең шатлыҡтарын уртаҡлашабыҙ! [Текст] Мөхәрририәт//Аманат.- 2015.-№4,- Б.1.

Яндекс.Метрика