МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛФИНӘ ҠАРАСУРИНА

Ҡарасурина Гөлфинә 1996 йылдың 14 сентябрендә Ейәнсура районының Үрге Мәмбатша ауылында донъяға килгән. 2003 йылда ауылындағы башланғыс мәктәпкә уҡырға барҙып, дүртенсе класты тамамлағас, уҡыуын Яңыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә дауам итә. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡытыусыһы Элиза Ғәзиз ҡыҙы менән районда үткән шиғри конкурстарҙа ҡатнашып, төрлө призлы урындарға лайыҡ булыу бәхете лә тейә. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. БДУ-ла «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенә йөрөй. Шиғыр яҙыу менән бәләкәй саҡтан мауыға. 

Яндекс.Метрика