МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ИЛНУР МУСИН

Мусин Илнур 1986 йылдың 9 апрелендә Ырымбур өлкәhенең Новотроицк ҡалаhында тыуа. 1990 йылда ғаилә тыуған яҡтарына, Ейәнсура районы Әбүләис ауылына, күсеп ҡайта. 1994 -2003 йылдарҙа Малиновка урта мәктәбендә белем ала һәм мәктәпте уңышлы тамамлай.

2003-2007 йылдарҙа Сибай сәнғәт колледжында ҡурай класында hөнәр ала. Әрме сафтарына барып ҡайтҡас, артабан белемен арттырам тип, Сибай Дәүләт Университетына ситтән тороп уҡырға инә. Ситтән тороп белем алған осорҙа, Абзан урта мәктәбендә балаларға музыка дәресен алып бара. Төрлө район конкурстарында ҡатнашып, балаларынан илhам алып, ижад юлына аяҡ баҫа. Егет кешегә етмеш төрлө hөнәр ҙә әҙ, тип, тағы ла ситтән тороп, Башҡортостан Президенты эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында өҫтәмә белем ала. Республика һәм район кимәлендә үткәрелгән үҙешмәкәр ижади конкурстар лауреаты, шиғырҙар, йырҙар ижад итә. Ижадында тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләү, йәштәргә хас проблемаларҙы сағылдырыу төп урынды алып тора. «Бәйләнештә" социаль селтәрендә бик күп популяр йырҙар авторы булараҡ билдәле. Әлеге көндә, заман шарттарына ярашлы, Себер тарафтарында эшләп йөрөй.

*   *   *

Һораным Аллаhы тәғәләнән,

Ата-әсәйемдең hаулығын.

Һораным Аллаhы тәғәләнән,

Туғандарымдың барлығын.

Һораным Аллаhы тәғәләнән,

Донъяларыбыҙҙың именлеген.

Иман килеп hәр бер йортта,

Изге ниәттәр ҡылыуҙарын.

Һораным Аллаhы тәғәләнән,

Изге юлдарҙан йөрөтеүен.

Ярҙам итеп, Ярҙам күреп,

Кеше бәхетен күреүен.

Бар теләктәрҙе ҡабул итеп,

Асты мәсет ишектәрен.

Изге айҙа, изге дингә,

Ятhын тине күңелдәрең.

Яндекс.Метрика