МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

АЗАЛИЯ СӘЙФУЛЛИНА

Сәйфуллина (Шәрипова) Азалия Сәлих ҡыҙы 1993 йылдың 26 ғинуарында Ейәнсура районының Бәйдәүләт ауылында тыуған. Муйнаҡ ауылында туғыҙ йыллыҡ белем алғас, 2009 йылда Салауат педагогия колледжының башланғыс синыф һәм башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Уны 2011 йылда уңышлы тамамлай. Колледжда уҡығанда Салауат ҡалаһының «Сатҡылар» әҙәби түңәрәгенең әүҙем ағзаларының береһе була. Азалия шиғырҙар, очерктар яҙа. Шиғырҙары Мәләүез ҡалаһында сыҡҡан «Сатҡылар» альманахында, «Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыҡты. Хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Тормошта. 

Башҡортостаным

Башҡортостан- тыуған төйәк,

Олатайҙарҙың ере.

Шатлығым һин, ҡыуанысым,

Шиңмәҫ сәскәләр иле.

Ҡаяларың ҡәлғә кеүек,

Урманың ышыҡ миңә.

Бейек тауҙар, йылғаларҙан

Күңелгә илһам инә.

Йырлап аға моңло шишмә,

Сут- сут һайрай һандуғас,

Бөркөт саңҡый зәңгәр күктә,

Ҡыйылып оса ҡарлуғас.

Ситкә китһәм, һағындыра

Тыуған ерем- Ватаным.

Ер йөҙөндә юҡтыр башҡа,

Һиндәй, тыуған яҡтарым.

Яндекс.Метрика