МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

САБИТ ФАЗЛЫЕВ

Фазлыев Сабит Мәғәз улы Иҙәш ауылында донъяға килә.  Үтәғол урта мәктәбен тамалағас, әрме сафтарында хеҙмәт итә. Тыуған ауылында ун йыл самаһы шофер булып эшләй.  Колхоз тарҡалғас, БДУ-ның Сибай филиалында тарих факультетын тамамлап, Иҙәш,Үтәғол ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы, завуч  булып эшләй. Әлеге ваҡытта Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы. Ғаиләһендә ике бала үҫтерәләр.

Ижадын хикәйәләр авторы булараҡ башлай, улар «Ағиҙел», «Аманат» журналдарында донъя күреп торалар. 2014 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡан «Ҡара этап» романы уның исемен республика кимәлендә таныта. Авторҙы әҙәбиәткә роман менән килеп ингән Яңыбай Хамматов менән сағыштыралар. 2015 йылда Сабит Фазлыевты Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзына ағза итеп ҡабул итәләр.

Әҫәрҙәре:

1. Фазлыев С. Бәйге (Мәҫәл)// Ейәнсура таңдары.- 2013.- №77.

2. Фазлыев С. Килер бер заман// Аманат.- 2013.- №4.- 16 б.

3. Фазлыев С. Ҡара этап. // Ағиҙел.- 2014.- №1,2,3,4.

4. Фазлыев С. Мәҡәлә // Йәшлек.- 2013.- №1.- 1 б.

Яндекс.Метрика