МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

МИРСАЛ ИСМӘҒИЛЕВ

Мирсал Зәйнәғәбдин улы Исмәғилев 1931 йылда Абзан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, бер аҙ прокуратурала, район гәзитендә яуаплы секретарь, Байыш урта мәктәбендә пионервожатый булып эшләй. Артабан уҡыу теләге Мирсал Зәйнәғәбдин улын Башҡорт дәүләт медицина институтына алып килә.

Хеҙмәт юлын тыуған аыуылында башлай. 1959 йылда Иҫәнғол район дауаханаһына эшкә күсерелә. 1973 йылдан 1980 йылға тиклем райондың баш табибы вазифаһын башҡара. Һаулыҡ һаҡлауҙа оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн ул Почет Билдәһе ордены, Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн, Хеҙмәт ветераны һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Булмышы менән эш кешеһе, йәмғиәт кешеһе булған Мирсал ағай өй мөхите менән генә сикләнмәй. Үҙе ғүмере буйы эшләгән поликлиникаһында музей аса. Бында районда эшләгән һәм эшләп киткән табиптар, һаулыҡ һаҡлау эшенең тәү башлап юлға һалыныуы, күтәрелеше, хәҙерге ваҡыттағы ҡаҙаныштары тураһында күп мәғлүмәт тупланған. «Ейәнсура районының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте: кисә һәм бөгөн» исемле бай мәғлүмәтле китабы сыға.

Список литературы:

1. Исмагилов М.З., Здравоохранение Зианчуринского района: вчера и сегодня [Текст]: очерки о становлении здравоохранения района /М.З. Исмагилов , Исянгулово.- 2009.-С.144

Яндекс.Метрика