МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ЗЕМФИРА АҠБУТИНА

Земфира Хәкимйән ҡыҙы Аҡбутина Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. Иҫке Монасип урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Өфөләге 1-се һанлы балалар йортонда башлай. «Ленинсы», «Йәшлек» гәзиттәрендә эшләй. 1992 йылдан Ейәнсура районы Ибрай мәктәбендә уҡыта, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Нур усағы» йыйынтығында «Ҡая сәскәһе» (2001) исемле шиғырҙар шәлкеме һәм «Атай кеүек булам мин» (2005) тигән айырым китаптары донья күрҙе. 2002 йылда район типографияһында «Артылғанда быуат түбәләрен» йыйынтығы сыҡты.

З.Х. Аҡбутина 2011 йылдан РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе.2016 йылда БР Яҙыусылар Союзына ағза итеп ҡабул ителде.Ейәнсура районының "Үҫәргән" әҙәби берекмәһенең рәйесе.

Список литературы:

1. Аҡбутина,З. Артылғанда быуат түбәләрен...:шиғырҙар. / Иҫәнғол, 2002.-Б.16.

2. Аҡбутина,З. Атай кеүек булам мин:шиғырҙар / Өфө:Китап, 2005.- Б.16.

3. Аҡбутина,З.Нур усағы. Шиғырҙар йыйынтығы [Текст] / З.Х Аҡбутина: Өфө.-2001.- Б.432

4. Аҡбутина З.Х Һандыҡ төптәрендә : шиғырҙар, поэма [Текст] / З.Х. Аҡбутина: Өфө:Китап, 2013.-Б.142

О ней:

Бураҡаева М. Һандыҡ төптәрендә ниҙер бар // Йәшлек. – 2013. – 29 ноябрь, – Б.18.

Яндекс.Метрика