МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

НӘРКӘС МӨХӘМӘТЙӘНОВА

Мөхәмәтйәнова Нәркәс Ғәзиз ҡыҙы 1990 йылда Иҙәш ауылында тыуа. 2010 йылда Салауат педагогия училищеһын тамамлап, бер аҙ уҡытыусы булып эшләй. Тормошҡа сыҡҡас, Иҙелбаҡ ауылына күсә, «Подснежник» балалар баҡсаһында эшләп йөрөй. Ғаиләһендә ике ҡыҙ бала үҫтерәләр. Нәркәс һәүәҫкәр таланттарҙың концерттарында ихлас һәм әүҙем ҡатнаша: йырлай, бейей, оҫта алып барыусы ла. Ошо һөнәрҙәрен төрлө түңәрәктәрҙә балаларға өйрәтә.

Яндекс.Метрика