МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГҮЗӘЛ ӘЛМӨХӘМӘТОВА

Әлмөхәмәтова Гүзәл Билал ҡыҙы Ейәнсура районы Трушин ауылында 1992 йылдың 27 октябрендә тыуған. Трушин урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Әҙәбиәткә һөйөү Гүзәлдә бала саҡтан уҡ уяна. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашып, ауыл ваҡиғаларына битараф булмай, улар тураһында яҙышып, республика һәм район конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Шиғырҙары район гәзите биттәрендә, «Аманат» журналында баҫылып тора. Ижадҡа һөйөү Гүзәлде Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетына алып килә. БДУ-ның «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенең ағзаһы булып тора. Гүзәлдең шиғырҙары «Шоңҡар» берекмәһе ағзаларының ижади эштәре тупланған «Артылыш», «Күңел ауазы» һәм «Шоңҡар тауышы» йыйынтыҡтарында баҫылып сыға. БДУ-ны тамамлап, бөгөнгө көндә, Башҡорт дәүләт телерадиокомпанияһында үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй һәм шулай уҡ магистратурала белемен арттыра.

Яндекс.Метрика