МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

МӘФТУХА ҒӘЛИЙӘНОВА

Ҡылы буйҙарын буйланым,

Төрлө уйҙар уйланым,

Һағыныуымдан сыҙай алмай,

Ергә ятып иланым.

Ҡылы буйы ҡыҙыл сәскә

Йәлләй-йәлләй өҙәмен,

Һағынһаң ни хәлдәр итәйем,

Һағынһам да түҙәмен.

Ҡылы буйы йәшел үлән

Салғы менән сабырлыҡ.

Һағынһам да ни хәл итәйем

Хоҙай бирһен сабырлыҡ.

Ҡылы буйы һары сәскә

Һарына тиһеңме әллә,

Тыуып үҫкән ауылымды

Һағынмай тиһеңме әллә?

Йүгереп мендем ҡаршы тауға

Аяғымды талдырып.

Шиғырымды йырға һалдым

Иҫтәлеккә ҡалдырып.

Яндекс.Метрика