МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛНАРА МӘЗИТОВА

Мәзитова Гөлнара Фәтих ҡыҙы Өмбәт ауылында тыуып үҫә.Стәрлетамаҡ педагогия институтын ситтән тороп тамамлай. "Миләш" балалар баҡсаһында эшләй.

Ай ҙа яңғыҙ күктәрҙә,

Мин дә яңғыҙ был ерҙә.

Ай алдында йондоҙо бар,

Минең йондоҙ һин генә.

Ай алдында яҡты йондоҙ,

Йылмайып тора күктә.

Ә мин яңғыҙ бойоғоп

Бағып торам күктәргә.

Яңғыҙ түгел тиҙәр Айҙы

Йыһан киңлегендә бары

Уратып алған йондоҙҙар

Йәм өҫтәй тиҙәр уға.

Мин дә яңғыҙ түгел кеүек

Дуҫтарым күп янымда,

Тик йөрәгем ниңә икән

Бойоҡ тора һаман да.

Мин беләмен, һөйөү көтә

Был ерҙә ул ни бары

Айҙың йондоҙҡайы кеүек

Балҡып торсо һин миңә.

Яндекс.Метрика