МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛШАТ БАЯЗИТОВА

Баязитова Гөлшат Факил ҡыҙы Өмбәт ауылында тыуа. Мәктәптә пионервожатый, йыр уҡытыусыһы була, мәҙәниәт йортонда эшләй. Йәштән шиғырҙар яҙа, үҙе көй яҙған йырҙары ла бар.

Ҡая ташлы тауҙа үҫкән ҡайын

Туҡтап ҡарап торам һоҡланып.

Күпме шул ҡайында түҙемлелек,

Күпме ул ҡайында сабырлыҡ?!

Йәйге эҫеләрҙә – таш ялҡыны,

Ҡышҡы селләлә – боҙ һалҡыны.

Бирешмәй ул, ғорур баҫып тора

Тирә-яҡҡа матур йәм булып.

Юлсыларға теләп хәйерле юл

Йәшел яулыҡ болғай йәй буйы.

Ә ҡыш көнө ап-аҡ бәҫкә төрөнә,

Әйтерһеңдә бөгөн үҙ туйы.

Юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙҙарҙы бит

Тиңләмәйҙәр ҡайын-ағасҡа.

Ғорурланып ҡарап торҙом оҙаҡ,

Ә уйҙарым алыҫ-алыҫта...

Яндекс.Метрика