МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ИШЙЕГЕТ ХӘСӘНОВ

Ишйегет Низам улы Хәсәнов Ейәнсура районының Өмбәт ауылында тыуа. Һуғыш осоро ыҙалары уның да бала сағына тура килә. Ауылда белем ала, колхозда эшләй. Әҙәбиәткә һөйөүе уны БДУ-ның филология факультетына әйҙәй. Тыуған районы гәзитендә, «Ленинсы» редакцияһында, Башҡортостан радиоһында йәштәр һәм һуңғы яңылыҡтар бүлегендә эшләй, мәҙәниәт министрлығында төрлө вазифалар башҡара.48 генә йәшендә фажиғәле вафат була.

Ишйегет Хәсәновтың әҫәрҙәре:

1. Хәсәнов, И. Утлы усаҡ [Текст]: И.Хәсәнов/ Нағыш:Шиғырҙар йыйынтығы.- Өфө:Китап,1996.- Б.325-354.

2. Хәсәнов, И. Утлы усаҡ [Текст]: Шиғырҙар/ И.Хәсәнов.- Ҡырмыҫҡалы районы: Ҡырмыҫҡалы район гәзите муниципаль учреждениеһы,2004.- Б.74.

3.  Хәсәнов, И. Шиғырҙар [Текст]: И.Хәсәнов// Ағиҙел.- 2014.- №6.- Б.170-174. 

4. Хәсәнов, И. Һис үпкәм юҡ тормош, яҙмышҡа [Текст]: И.Хәсәнов:Шиғырҙар // Йәшлек.-2003.-№148.- Б.3.

5. Хәсәнов, И. Шатлығымды яҙам йыр итеп [Текст]: Шиғырҙар/ И.Хәсәнов// Башҡортостан.-2015.-№182.- Б.3.

Ишйегет Хәсәнов тураһында:

1. Шәкүр, Р. Ялҡындары янып бөтмәне [Текст]/ Р.Шәкүр//И.Хәсәнов:Утлы усаҡ.- 2004.- Б.3-6.

2. Назар, Х. Исеме ҡалды, һүҙе, төҫө ҡалды [Текст]/ Х.Назар //И.Хәсәнов:Утлы усак.- 2004.- Б.6-8.

3. Кутлугаллямов,М. Далекий робкий свет [Текст]/ М.Кутлугаллямов//И.Хәсәнов:Утлы усаҡ.-2004.- Б. 69-70.

*   *   *

Тауҙар буйлап йөрөп ҡайтһам –
Көсөм арта,
Шишмәләрҙән һыуҙар эсһәм –
Хисем арта.
«Улым!» – тиеп әйтһә тауҙар –
Күңелем тула,
Йөрәгемдә, хис ҡайнашып,
Йырым тыуа.
Ҡайнар ҡояш нурын һипһә –
Ерем йәнле;
Туған халҡым шат йәшәһә –
Донъям йәмле!
Тауҙар буйлап йөрөп ҡайтһам –
Йырҙар яҙам;
Йөрәгемдә һүнмәй торған
Усаҡ яғам!
Усаҡ яғам!

 

Яндекс.Метрика