МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛНУР ИҠСАНОВА (ҠАРАБАЕВА)

Тыуған Самаҙым

Тыуған ауылым, тыуған Самаҙым,

Гөл-сәскәләр үҫкән төйәгем.

17 йыл ғүмер иттем һиндә,

Үҙ әсәмдәй өҙөлөп һөйәм мин.

Һыуҙар эстем һәр көн иртә һайын

Сылтырап аҡҡан һалҡын шишмәңдән.

Утта янмай, һыуҙа батмай сығырға

Өйрәндем мин ғорур имәндән.

Йылдар үтер, ҡанат ҡағырбыҙ беҙ,

Ояһынан киткән ҡош кеүек,

Мәңге онотмам һине тыуған ауылым

Ғүмерлеккә һөйгән йәр кеүек.

Яндекс.Метрика