МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ФӘНИӘ ҒӘЙНУЛЛИНА

«Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел», – ти берәүҙәр,
Ниңә ҡартлыҡ шатлыҡ булмаһын?!
Олоғаям мин дә. Эй, Хоҙайым,
Ҡартлыҡ бәхетен тартып алмаһын.
Күргем килә ҡартайғансы йәшәп,
Балаларымдың матур тормошон,
Ейәндәрем үҫеп буй етеүен,
Йылдар үткәс ер-һыу торошон.
Бөгөнгө һил, нурлы көнөбөҙҙө
Ҡартайҙарым минең күрмәне;
Балаларын ҡосоп ярата алманы,
«Ейәнсәрем» тип мине һөймәне...
Йәп-йәш кенә көйө яу ҡырында
Ятып ҡалған ике ҡартайым.
Ҡәһәрле шул һуғыш булмаһа бит,
Ҡыуанырҙар ине ҡартайып.
Донъяларҙың именлеген теләп,
Доға ҡылып килер көндәргә,
Һөйөнөрҙәр ине мул тормошҡа,
Шөкөр итеп Хоҙай биргәнгә.
Ғорурланам – йәп-йәш ҡартайҙарым!
Оло яуҙа шәһит киттегеҙ.
Ғүмер биреп килер быуындарға,
Үҙегеҙҙе ҡорбан иттегеҙ.
Еңеү көнө бөгөн, был еңеүҙә
Һеҙҙең ғүмер, һеҙҙең өлөш бар!
Һеҙ яулаған азат был тормошто
Һаҡлау тигән беҙҙең бурыс бар!
Сәскә атҡан илебеҙгә ҡабат
Һуғыш афәттәре килмәһен!
Ҡартайырға яҙһын именлектә,
Балаларыбыҙ һуғыш күрмәһен!

Яндекс.Метрика