МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ГӨЛШАТ ИМЕЛБАЕВА

Гөлшат Кәрим ҡыҙы Имелбаева (Мәзитова) 1969 йылдың 18 октябрендә Иҫәнғол ауылында тыуа. Бала сағы Самаҙы ауылында үтә. Самаҙы, Абзан мәктәптәрендә, БДУ-ның журналистика факультетында уҡый. Тормош иптәше менән 7 бала тәрбиәләйҙәр. "Ейәнсура таңдары" район гәзитендә хәбәрсе булып эшләй.

Уйларға кәрәк

Тормошҡайым ауыр, тиеп

Ҡулыңды һелтәп ҡуйма.

Ауырлыҡтың аръяғында

Еңеллек барын уйла.

Еңеллектең аръяғына

Ҡуйма нөктә, ҡуй өтөр.

Еңел генә йәшәгәнде

Һағынып һағыш көтөр.

Уйларға кәрәк, ғүмерҙең

Эңере бер саҡ етер.

Мәңгелеккә тоташтырыр

Ҡуй һин  нөктәле өтөр.

Яндекс.Метрика