МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

АЙСУЛПАН ҠАРАБАЕВА

Айсулпан Самаҙы мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы. «Республикаға дан йырлайым» конкурсында ҡатнашып лауреат исемен яуланы, «Сулпылар» телевизион конкурсында ҡатнашыусы, район кимәлендә үткәрелгән йыр конкурсында, зональ республика кимәлендә «Яҙғы тамсылар» конкурсында 3-сө урын алды.

Гүзәл тыуған илем

Тыуған илемде мин яратам,
Ҡосағыма һөйөп алам.

Тыуған ҡырҙарыма күҙ һалһам,
Мәңге онота алмам.
Күлдәрең иҫ киткес матур,
Йүгереп уйнай унда сабаҡ.
Һинән айырылып ҡайҙа китһәм дә
Һағынып ҡайтам мин ҡабат.
Урмандарың тулы йәнлек,
Ҡырҙарың тулы емеш.
Күккә ашҡан тауҙарың,
Ер аҫтың алтын-көмөш.

Башҡортостан тәбиғәте
Күҙҙең яуын алырлыҡ.
Ә эшһөйәр, дуҫ халҡының
Күҙҙәрендә гел шатлыҡ.
Башҡорт халҡы йомарт та,
Ҡунаҡсыл да, ярҙамсыл да,
Үҙ илендә йәшәтә ул
Мари, сыуаш, удмуртын да.
Бәхетле үҫәм тыуған илемдә
Ата-әсәм ҡосағында.
Йөрәгем һағынып тибер,
Ҡайҙа ғына булһам да.

Яндекс.Метрика