МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ЯХЪЯ ЮЛДАШБАЕВ

Яхъя Шәһисәлим улы Юлдашбаев Саҙалы ауылында тыуған. Мораҡ педучилищеһында белем алғандан һуң райондың төрлө мәктәптәрендә эшләй.1972 йылдан Самаҙы мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Яхъя ағайҙа әҙәбиәткә һөйөү бала саҡтан башланып, бөтә тормошо ижад менән тығыҙ бәйләнештә бара. Район гәзитенә ауыл кешеләре хеҙмәте, уларҙың ҡатмарлы яҙмыштары тураһында ҡыҙыҡлы очерктар яҙа, ғүмеренең аҙағынса «Ейәнсура таңдары» менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, оҙаҡ йылдар гәзиттең штаттан тыш хәбәрсеһе була. Яхъя ағайҙың  матур ваҡиғаларға арналған мәҡәләләре һәр ваҡыт матбуғат биттәрендә баҫылып килде һәм ауылдың йылъяҙмалары булып ҡалдылар. Балаларға арналған хикәйәләре «Пионер», «Аманат» журналдары, «Йәншишмә» гәзитендә баҫылып торҙо.

*   *   *

Ауылыма тағы шатлыҡ өҫтәп
Яңы клуб баҫты уртаға.
Яңы клуб яңы хистәр бирә
Күңелдәрем шуға йәм таба.
Залдарында балҡый яҡты уттар
Хатта тотоп алып һөйөрлөк.
Сәхнәләре, ә һуң сәхнәләре –
Туймай, тыпыр-тыпыр бейерлек.
Концерт залы, фойе, әйтерһең дә,
Тик сәскәләр менән биҙәлгән.
Ҡарап торам бына, күреп торам –
Бөтә ҡараш уға төбәлгән.
Төҙөгәндәр быны оҫта ҡулдар,
Шул ҡулдарҙы килә күрәһе.
Оҫталығы өсөн мең рәхмәтте
Бер әйтәһе ине, әйтәһе.
Хәҙер инде, дуҫтар, йәштәр, ҡарттар,
Ағайҙар һәм шаян килендәр,
Баҫыуҙарҙан эшләп арып ҡайтҡас,
Ял итергә бында килһендәр!

Яндекс.Метрика