МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ИЛҮЗӘ ИШЕҒОЛОВА

Һуғыш нимә ул?

Мин дәрестә. Уҡытыусы һорай:

– Нисек аңлайһығыҙ һуғышты?

Берәү әйтә: «Һуғыш бик ҡурҡыныс,

Ҡот осорғос дауыл кеүектер».

Икенсеһе: «Һуғыш – ҡорал тотҡан

Һалдаттарҙың һөжүм итеүе.

Аямайса халыҡ йәндәренең

Утҡа яндырылып китеүе».

– Һалдаттарҙың һәр саҡ уйҙарында

Атай-әсәй, дуҫтар, яҡындар...

Уларҙың бит шунда бик күптәре

Мәңгелеккә күҙен йомғандар.

 

Һалдат хатынан

Белеп булмай, бәлки, ҡайта алмам,

Ҡыҫҡа булһа ғүиер юлдарым.

Әммә беләм – дошмандарҙы еңеп,

Ҡайтыр әле минең йырҙарым.

Бик күп күрҙем һуғыш яландарын,

Йәнһеҙ ятҡан кеше тәндәрен,

Яраланған, ҡулһыҙ һалдаттарҙың

Һағыныуын һөйгән йәрҙәрен.

Атыш тынып, күҙҙәремде йомһам,

Иҫкә төшә ата-әсәйем,

Туғандарым, гүзәл һөйгән ерем,

Мәңге ғорур бейек тауҙарым.

Яндекс.Метрика