МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ФӘҮЗИӘ ЙОСОПОВА

 Фәүзиә Рәшит ҡыҙы Йосопова (Яубаҫарова) 1971 йылдың 2 ғинуарында Үтәғол ауылында тыуған. Ауыл китапханаһында эшләй.

 Тәүге шиғырҙарын 90-сы йылдарҙа яҙа башлай. Шиғырҙары «Йәшлек», «Ейәнсура таңдары» гәзиттәрендә баҫылып тора. 2011 йылда конкурста ҡатнашып,Ғилман Ишкинин исемендәге премия лауреаты була. «Ейәнсура таңдары» гәзитенең 80 йыллығына арналған конкурста ҡатнашып өсөнсө урын яулай. Әҙәбиәт йылына арналған "Әҙәби балҡыш" район конкурсы еңеүсеһе. 2016 йылда "Шишмә тауышы" исемле тәүге шиғри йыйынтығын сығарҙы.

Төш

Төштәремдә hине күреп, әсәй,

Өнөммө әллә, тиеп ҡыуанам.

Сәстәремә ҡағылаhың кеүек,

Һиҫкәнеп мин кинәт уянам.

Күңелем ҡылын керештәй тартып,

Һағыш ҡаҙала уҡтай йөрәккә.

Әрнеүҙәргә сыҙармын. Тик мәңге

Осрата алмаҫмын өнөмдә...

Күрешергә hиңә табан, әсәй,

Төш юлынан барам күҙ йомоп.

Ҡарурманда аҙашҡан юлсылай,

Ҡайhы саҡта булмай осрашып.

Төштәремдә юғалтhам өмөтөм

Һүнер-hүнмәҫ шәмдәй ҡала елпеп.

Айырhалар төштәремдән дә

Йәме бөтөр ерҙә йәшәүемдең...

Яндекс.Метрика