МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

РӘШИҘӘ РӘХМӘСОВА

Рәшиҙә Мозафар ҡыҙы Рәхмәсова 1952 йылдың 13 мартында Ҡыуат ауылында тыуған. Ғаиләлә 7 малай араһында бер бөртөк ҡыҙ булып үҫә. 1969 йылда Әбүләис егетенә тормошҡа сығып, 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, халыҡ йырҙарын йырларға ярата, шиғырҙар яҙа.

Әлифбам бар хәреф өйрәтергә,
Туған телем, матур уҡырға.
Әсә теле, туған әҙәбиәтем бар,
Тарих төпкөлдәрен асырға.
Яратам мин туған телем һине,
Уҡытыусым шулай өйрәтте.
Онотолоп китеп уҡыйым мин,
Башҡорт телендәге әҙәбиәтте.
Эшем бөткәс, китабымды алам,
Күҙлек кейеп, асам биттәрен.
Уҡыйым мин ихлас күңел менән,
Һиҙмәй ҡалам таңдын атҡанын.
Рәхмәт бөйөк шағирҙарға,
Рәхмәт яҙыусыларға.
Белем үренә үрләткән,
Рәхмәт уҡытыусыларға!

Яндекс.Метрика