МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ЙӘМИЛӘ БИКБАЕВА

Йәмилә Мәхмүт ҡыҙы Бикбаева 1968 йылда 5-се бала булып донъяға килә. Әбүләис башланғыс мәктәбен, Үтәғол урта мәктәбен тамамлағас, Ырымбур өлкәһендә белем ала һәм эшләй. Хәҙерге ваҡытта Әбүләис ауылында тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Нәҫелендәге арҙаҡлы туғандары менән ғорурлана һәм үҙе лә ижад менән шөғәлләнә.

Төштә генә ҡалды бала сағым...

Бала саҡтағылай алып барсы, әсәй,

«Йылҡы юлы» буйлап еләккә.

Һыуһындарым ҡанмай сәсәй-сәсәй,

"Ярһыуым»дан һыуҙар эсмәккә.

Ҡыҙарыпта ғына ла эй бешкән балан –

Ҡарагүҙкәй буйлап та алып бар.

Ә ҡайтҡанда инде, әсәй, ҡыуан,

Күтәреп тә ҡайтҡан ҡыҙың бар!

Яланаяҡланып, әсәй, менәйексе,

Матур тауым – Аҡсабикәгә.

Төшкән саҡта башың әйләнмәҫме,..

Нисек мендек икән текәгә,

Әсәйемдең аҡ сәстәре кеүек,

«Йәмейәт»тең сап – сал ҡылғаны.

Юлға сыҡҡандарға фатиха бирә кеүек,

Ҡыуанып ҡаршылай ул ҡайттҡанды.

Төштә генә булһа ла, әсәй, йөрөйөксө,

Бала сағым буйлап ҡыҙырып.

Дуҫ – туғандар беҙҙән көнләшһенсе,

Бер үтәйек күҙҙе ҡыҙҙырып.

Яндекс.Метрика