МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ФӘЙЗИ БИКБОВ

Фәйзулла Искәндәр улы Бикбов 1908 йылда Әбүләис ауылында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа  Башҡорт педагогия техникумында белем ала. 1926 йылда биш студентты, шул иҫәптән Фәйзулланы, уҡыуҙы дауам итһендәр өсөн Өфөгә күсерәләр. 1929 йылдан гәзит – журналдарҙа әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ул, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын иҫәпкә алмағанда, хаҡлы ялға киткәнсе «Башҡортостан» гәзитендә эшләй.

Фәйзи Бикбов һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Шағирҙың яу юлы 1941 йылдың 30 июленән алып 1945 йылдың 12 декабренә тиклем дауам итә. Ф. Бикбов ауыр һуғыш шарттарында ла ижад эшен дауам итә. Уның патриотик шиғырҙары рус һәм татар телдәрендә сығыусы фронт гәзиттәрендә баҫылып тора. 1942 йылда уның «Ленинград һағында» исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Фронтта ике яра һәм ауыр контузия ала. «Ленинград оборонаһы өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградланған. Һуғыштан һуң, шәхес культы фаш ителгәнсе, шағирға тән ғазабынан тыш, йән ғазабы ла кисерергә тура килә. 1955 йылдың 8 сентябрендә Яҙыусылар Союзы идараһы Фәйзи Бикбовты Союз ағзалығынан сығара. Был аяуһыҙ ҡарарҙың асылы шунда. Йәнәһе, ул — элекке волость старшинаһы Юлбарыҫ Бикбовтың ейәне, беренсе Башҡорт хөкүмәте рәйесе Юныс Юлбарыҫ улы Бикбовтың ике туған ҡустыһы… Шағир 1969 йылда вафат булған. Һуңғы йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы осороноң шиғриәтен барлау уңайы менән, Фәйзи Бикбовтың әҫәрҙәренә лә иғтибар арта төштө.

Фронттан сәләм
Окоптарҙа яҙҙым был хатымды
Тешем менән ослап ҡәләмде.
Ут һәм һалҡын аша тылға китһен
Күп көттөргән фронт сәләмем.
Августағы ярам уңалғас та,
Стройға баҫтым мин йәнә.
Хас дошманға ҡаршы ут яуҙырам
Ҙур фронтта, алғы линияла.
Бына ялҡан тынмай, һаман баҙлай,
Ямғырлы көн йәшен шикелле.
Һөйәктәргә үтерлек көн һалҡын,
Тик ил хисе бирмәй өшөүҙе.
Бына бары ярты секунд үлсәй
Йәшәү менән үлем араһын,
Батыр булып үләм, әгәр үлһәм,
Һәм үлемгә тура ҡарайым.
Һис аямам ҡәҙерле ғүмеремде
Мин һаҡлауҙа Ленин ҡалаһын.
Бөйөк Ленин һәм бөйөк Сталин
Власты тәү ҡорған ҡала был!
17.12.1941.

Яндекс.Метрика