МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ӘЛИӘ БУРАНҒОЛОВА

Миләш

Урман уртаһында үҫә яңғыҙ миләш.

Емештәре гүйә янғын,тәлгәш-тәлгәш,

Бөҙрә-бөҙрә япраҡтарын миләш үреп,

Үҫте һылыу ҡайындарҙы көнләштереп.

Ултыра миләш ел-дауылға башын эйеп,

Хәлдәремде минең кемдәр аңлар тиеп.

Белмәйҙәр шул миләшемдең ҡайғыларын

Яңғыҙына бик ҡыйын шул,ҡыйын уның.

Миләшкә лә кәрәктер моңдаш,серҙәш,

Ул да эҙләй,көтә.өмөт итә тиңдәш.

Йәйҙәр үткәс,етәр һалҡын,буранлы ҡыш

Көтә уны ниндәй тормош,ниндәй яҙмыш?

Яндекс.Метрика