МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ХӘСӘН ДӘҮЛӘТБАҠОВ

1939 йылдың 25-се февралендә Ейәнсура районы Ҡыуат ауылында донъяға килә. Дүрт йәшендә генә үкһеҙ етем ҡала. Бала сағы төрлө бала йорттарында үтә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлап ҡайтҡас оҙаҡ ваҡыт Иҙәш ауылы мәктәбендә директор вазифаһын етәкләй. Шул уҡ ваҡытта «Ейәнсура таңдары» гәзите менән бәйләнеш тотоп, төрлө мәҡәләләр, хикәйәләр яҙыша. Гәзиттең штаттан тыш хәбәрсеһе була. Пенсияға сыҡҡас, профсоюз, ветерандар советы ойошмалары етәксеһе була. Ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыу ойоштора. Иҙәш ауылы мәсетенә нигеҙ һалыусыларҙан булып тора. Хәсән Ғәлиәкбәр улын бик яман ауырыу ҡабат аяҡтан баҫыуҙан айыра. Ауылдаштары әле лә уның мәҡәләләрен уҡып, тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. 

Яндекс.Метрика