МАУК "Зианчуринская межпоселенческая

центральная библиотека"

ЭЛЬВИРА ТИМЕРБУЛАТОВА

Моңһоу көҙҙөң япрағы мин.

Көслө дауыл сыҡһа нишләрмен?

Һалҡын елдәр иҫһә кем йылытыр,

Кем йыуатыр япа-яңғыҙым.

Күңелемдә һары һағыш менән,

Өҙөлөп-өҙөлөп һине һағыныу.

Күптән инде хистәр тотҡоно мин,

Бар булмышым – һиңә табыныу.

Нисәнсегә абынып йығылһам да,

Өҙөлмәгән әле өмөтөм.

Моңһоу көҙҙөң һары япрағы мин

Бар булмышым – һиңә табыныу.

Минең өсөн бары хыял ғына

Һинең ҡулдарыңа ҡағылыу.

Ә күңелдә әле өҙөлмәгән,

Өмөт менән һине һағыныу.

Яндекс.Метрика